Псевдоним
Псевдоним | |
Өлөшләтә тура килә | кодовое имя[d], религиозное имя[d] һәм популярное имя[d] |
---|
Псевдоним (грек. ψευδής «ялған» + όνομα «исем») — кешенең асыҡ эшмәкәрлектә ысын исеме (тыумышта бирелгән, рәсми документтарҙа теркәлгән исем) урынына уйлап сығарылғанды файҙаланыуы; антропоним төрө[1]. Көнбайыш мәҙәниәттә псевдонимдарҙы йышыраҡ әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡуллана. Көнсығыш мәҙәниәттәрҙә (айырыуса ҡытай һәм япон мәҙәниәтендә) ҡайһы бер дәүерҙәрҙә социаль статус үҙгәргәндә, ниндәй эшмәкәрлек төрө менән шөғөлләнеүгә ҡарамаҫтан, яңы исем алыу мотлаҡ булған; көнбайыш мәҙәниәттә иһә руханиҙарҙың, монахтарҙың, айырыуса православиела, мотлаҡ псевдоним алыуы ла шуға оҡшаған, ләкин сиркәү хеҙмәтендәгеләрҙең яңы алған исемдәрен псевдоним тип атау ҡабул ителмәгән.
Автони́м (бор. грек. αὐτός «үҙ» + όνομα «исем») — псевдоним аҫтында билдәле булған кешенең үҙ исеме.
Псевдонимдарҙың асылы һәм тәғәйенләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Псевдоним йыш ҡына кешенең ысын исемен ҡыҫырыҡлап сығара: мәҫәлән, Сандро Боттичеллиҙың үҙ исеме — Алессандро Филипепи, ә Мэрилин Монроныҡы Норма Джин Бейкер булғанын бөтәһе лә белеп бөтмәй. Бындай псевдоним ҡулланыуҙың киң таралған сәбәптәре:
- үтә оҙон исемде иҫтә ҡалырлыҡ ҡыҫҡаға алмаштырыу теләге (атап әтйкәндә, испан, португал, Латин Америкаһы спортсыларына һәм сәйәсмәндәренә хас: мәҫәлән, Эдсон Арантес ду Насименту Пеле тигән ҡыҫҡа исем менән дан алған);
- эшмәкәрлек төрөнә, ижади йә гражданлыҡ позицияһына, дәүерҙең эстетик торошона ишаралаған исем алырға ынтылыш: мәҫәлән, Урта быуаттар табибы Парацельс данлыҡлы Рим табибы Цельстың исемен үҙенә яраҡлаштыра, пролетар шағирҙар Михаил Эпштейн менән Ефим Придворов Михаил Голодный һәм Демьян Бедный булып китә, ә уларҙың замандаштары шиғырҙарына Дир Туманный һәм Рюрик Рок тигән имза ҡуя; рус панк-рогын нигеҙләүселәрҙең береһе Николай Кунцевич Ник Рок-н-Ролл булараҡ билдәле;
- сығышты, атап әйткәндә, милләтте йәшерергә тырышыу (мәҫәлән, поляктар Вильгельм Аполлинарий Костровицкий менән Юзеф Теодор Конрад Корженевский француз шағиры Гийом Аполлинер һәм инглиз прозаигы Джозеф Конрад булып китә); был сәбәптән псевдоним алыу йәмәғәтселектең милләтсел кәйефле өлөшөн бик борсолдора һәм «псевдонимодарҙы фашлау» менән шөғөлләнеүгә этәрә;[2]
- бер үк исемде йөрөткән икенсе кешенән айырымланыу теләге: мәҫәлән, яҙыусы Илья Маршак М. Ильин тигән псевдоним ала, сөнки үҙен ағаһы Самуил Маршак менән бутауҙарын теләмәй, ә әҙәбиәт белгесе һәм тәржемәсе Элеонора Гальперина унан алдараҡ баҫыла башлаған әҙәбиәт белгесе Евгения Гальперина менән булатамһындар өсөн Нора Галь тигән псевдонимды ала[3].
Бер нисә кешене берләштергән псевдонимдар ҙа була, мәҫәлән: Кукрыниксылар, Николя Бурбаки, Козьма Прутков.
Псевдоним һәм оҡшаш күренештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Псевдоним тип йөрөтөлөүе мөмкин булған башҡа төрлө исемдәр ҙә була:
- Криптоним — авторҙы тулыһынса йәшереү өсөн ҡулланылған имза. Теге йәки был сәбәптән хәүефле тип һаналған әҫәрҙәр, яҙмалар аҫтына криптоним ҡуйыу осраҡтары йыш күҙәтелә (М. Агеев, «Роман с кокаином», Полина Реаж, «История О»), йәнә авторҙарҙың билдәлелек алған ижади эшмәкәрлегенән тайпылған әҫәре аҫтына ла криптоним ҡуйыуы ихтимал (Борис Акунин крипонимы билдәле японсы филолог һәм тәржемәсе Григорий Чхартишвили тарафынан детектив романдарын баҫтырыу өсөн алынған). Уңышҡа осраған ваҡытта криптонимдар йыш ҡына асыла һәм ҡәҙимге псевдонимға йә гетеронимға әүерелә.
- Гетероним — авторҙың үҙ исеме йә башҡа гетеронимы менән имзаланған әҫәрҙәренән берәй билдәһе менән айырылып торған әҫәренә йә әҫәрҙәренә ҡуйыу өсөн ҡулланған исем. Мәҫәлән, Зинаида Гиппиус шиғырҙарына үҙ исемен ҡуя, ә тәнҡит мәҡәләләрен Антон Крайний тигән «һөйләүсе» гетероним менән баҫтыра.
- Әҙәби битлек — теге йәки был әҫәр уныҡы тип һаналған уйҙырма автор.
- Аллоним — авторҙың үҙ исеме урынына ҡулланылған икенсе бер ысын кешенең исеме. Аллонимдарҙы Антиклыҡ осороноң ахыры һәм Урта быуаттар авторҙары йыш ҡулланған.
- Астроним — автор исеме (шулай уҡ әҫәрҙәге персонаж исеме) урынына ҡулланылған «йондоҙсоҡ» (астериск, «*») типография билдәһе йә шундай билдәләрҙән торған комбинация.
Псевдонимия күренешенә ҡайһы бер социомәҙәни төркөмдәрҙә (енәйәтсел донъя, йәштәр субмәҙәниәттәре) ҡушаматтар ҡулланыу оҡшаш. Интернетта аралашҡанда ҡулланылған никнеймдар ҙа был күренешкә яҡын тора.
Ҡайһы бер псевдонимдар һәм уларҙың хужалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәби псевдонимдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александр Грин — Александр Степанович Гриневский
- Александр Серафимович — Александр Серафимович Попов
- Александра Маринина — Марина Анатольевна Алексеева
- Анатоль Франс — Жак Анатоль Франсуа Тибо
- Андре Моруа — Эмиль Саломон Вильгельм Эрзог
- Андрей Белый — Борис Николаевич Бугаев
- Андрей Платонов — Андрей Платонович Климентов
- Анна Ахматова — Анна Андреевна Горенко
- Аркадий Гайдар — Аркадий Петрович Голиков
- Борис Полевой — Борис Николаевич Кампов
- Вениамин Каверин — Вениамин Александрович Зильбер
- Вольтер — Франсуа-Мари Аруэ
- Герард Меркатор — Герард Кремер
- Гийом Аполлинер — Вильгельм Альберт Владимир Александр Аполлинарий Вонж-Костровицкий
- Даниил Хармс — Даниил Иванович Ювачёв
- Демьян Бедный — Ефим Алексеевич Придворов
- Дарья Донцова — Агриппина Аркадьевна Донцова (ҡыҙ фамилияһы Васильева)
- Джек Лондон — Джон Гриффит Чейни
- Джордж Элиот — Мэри Анн Эванс
- Джумпа Лахири — Ниланьяна Судесна
- Евгений Петров — Евгений Петрович Катаев
- Жорж Санд — Амандина Аврора Люсиль Дюпен
- И. Грекова — Елена Сергеевна Вентцель
- Игорь Северянин — Игорь Васильевич Лотарёв
- Илья Ильф — Иехиел-Лейб Файнзильберг (Илья Арнольдович Файнзильберг)
- Кир Булычёв — Игорь Всеволодович Можейко
- Корней Чуковский — Николай Васильевич Корнейчуков
- Ле Корбюзье — Шарль Эдуард Жаннере-Гри
- Леся Украинка — Лариса Петровна Косач-Квитка
- Л. Пантелеев — Алексей Иванович Еремеев
- Льюис Кэрролл — Чарльз Лютвидж Доджсон
- М. Ильин — Илья Яковлевич Маршак
- Максим Горький — Алексей Максимович Пешков
- Максим Танк — Евгений Иванович Скурко
- Марк Твен — Сэмюэл Ленгхорн Клеменс
- Михаил Светлов — Михаил Аркадьевич Шейнкман
- Михаил Кольцов — Михаил Ефимович Фридлянд
- Николай Щедрин — Михаил Евграфович Салтыков
- Новалис — Фридрих фон Гарденберг
- О.Генри — Уильям Сидни Портер
- Пабло Неруда — Нафтали Рикардо Рейес Басуальто
- Парацельс — Филипп Ауреол Теофраст Бомбаст фон Гогенгейм
- Пейо Яворов — Пейо Тотев Крачолов
- Поль Элюар — Эжен Эмиль Поль Гредель
- Ричард Бахман — Стивен Эдвин Кинг (үҙ исеме менән дә яҙыша)
- Ромен Гари — Роман Кацев (тағы бер псевдонимы — Эмиль Ажар)
- Саша Чёрный — Александр Михайлович Гликберг
- С. Витицкий — Борис Стругацкий
- Стендаль — Анри-Мари Бейль
- Франсис Карсак — Франсуа Борд
- Шолом Алейхем — Соломон (Шолом) Наумович (Нохумович) Рабинович
- Эдуард Багрицкий — Эдуард Георгиевич Дзюбин
- Эдуард Лимонов — Эдуард Вениаминович Савенко
- Эмиль Кроткий — Эммануил Яковлевич Герман
- Эразм Роттердамский — Герхард Герхардс
- Юрий Крымов — Юрий Соломонович Беклемишев
- Якуб Колас — Константин Михайлович Мицкевич
- Янка Купала — Иван Доминикович Луцевич
Артистарҙың псевдонимдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Берсенев Иван Николаевич — Иван Николаевич Павлищев
- Боб Дилан — Роберт Аллен Циммерман
- Грета Гарбо — Грета Густафсон
- Горшок — Михаил Юрьевич Горшенёв
- Джорджоне — Джорджо Барбарелли да Кастельфранко
- Жан Габен — Жан Алекси Монкорже
- Жан Мольер — Жан Батист Поклен
- Жан Эффель — Франсуа Лежен
- Захаров Марк Анатольевич — Марк Анатольевич Ширинкин
- Ив Монтан — Иво Ливи
- Карандаш — Михаил Николаевич Румянцев
- Константин Кинчев — Константин Евгеньевич Панфилов
- Князь — Андрей Сергеевич Князев
- Куровский — Марина Полянская
- Старик Букашкин — Евгений Михайлович Малахин
- Марина Влади — Мария-Луиза Полякова-Байдарова
- Марио Ланца — Альфредо Арнольд Кокоцца
- Марк Ламия — Никс Джонсон Ньюлефьенд (Нилефенд)
- Марлен Дитрих — Мария Магдалена Дитрих
- Моника Витти — Мария Луиза Чеччарелли
- Мэрилин Монро — Норма Бейкер
- Орнелла Мути — Франческа Романа Ривелли
- Ренни Харлин — Лаури Мориц Харьола
- Ринго Старр — Ричард Старки
- Сандро Боттичелли — Алессандро Филипепи
- Симона Синьоре — Симона Каминкер
- Софи Лорен — София Шиколоне
- Стинг — Гордон Самнер
- Тамара Туманова (йәки Tamara Toumanova) — 1943 йылдың 13 авгусына тиклем Тамара Владимировна Хасидович, артабан Тамара Хасидович фамилияһын Туманова тип үҙгәртә
- Тинторетто — Якопо Робусти
- Тициан — Тициано Вечеллио
- Фред Астер — Фредерик Аустерлиц
- Фредди Меркьюри — Фарух Балсара
- Фернандель — Фернан Контанден
- Хой — Юрий Николаевич Клинских
- Шер — Шерилин Саркисян
Сәйәси псевдонимдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин — Владимир Ильич Ульянов
- Мартов — Юлий Осипович Цедербаум
- Сталин — Иосиф Виссарионович Джугашвили
- Молотов — Вячеслав Михайлович Скрябин
- Троцкий — Лев Давидович Бронштейн
- Каменев — Лев Борисович Розенфельд
- Зиновьев — Григорий Евсеевич Радомысльский
- Киров — Сергей Миронович Костриков
- Вилли Брандт — Герберт Карл Фрам
- Рудольф Абель — Уильям Генрихович Фишер
Коллектив псевдонимдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александр Зорич — Яна Владимировна Боцман, Дмитрий Вячеславович Гордевский
- Бер туған Васильевтар — кинорежиссёрҙар һәм сценаристар, фамилиялаш Георгий һәм Сергей Васильевтар, «Чапаев» фильмын ижад итеүселәр
- Бер туған Турҙар — драматургтар һәм киносценаристар Леонид Тур (ысын фам. Тубельский) һәм Пётр Рыжей
- Генри Лайон Олди — Олег Ладыженский, Дмитрий Громов
- Гривадий Горпожакс — Горчаков, Поженян, Аксёнов
- Козьма Прутков — Алексей Константинович Толстой, Алексей Михайлович Жемчужников, Владимир Михайлович Жемчужников, Александр Михайлович Жемчужников
- Кукрыниксылар — Михаил Васильевич Куприянов, Порфирий Никитич Крылов, Николай Александрович Соколов
- Николя Бурбаки — француз математиктары төркөмө
- Павел Багряк — яҙыусылар Дмитрий Биленкин, Валерий Аграновский, Владимир Губарев, Ярослав Голованов, Виктор Комаров һәм рәссам Павел Бунин
- Фёдор Вихрев — "В вихре времён" әҙәби йәмғиәте авторҙары төркөмө, әҫәрҙәрен шул уҡ атамалы интернет-форумда баҫтыра
- Макс Фрай — Светлана Мартынчик, Игорь Степин
- Хольм ван Зайчик — Рәсәй фантаст яҙыусылары һәм Ҡытайҙы өйрәнеүсе ғалимдар төркөмө, араларында билдәлеләре — Вячеслав Рыбаков һәм Игорь Алимов
- Эрин Хантер — Виктория Холмс, Кейт Кэри, Черит Болдри, Тай Сазерленд
- Платон Щукин — Яндекс.Вебмастер сервисының техник булышлыҡ күрһәтеү хеҙмәте
Псевдонимдарҙың яһалышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яһалышы буйынса псевдонимдар түбәндәге төркөмдәргә бүленә:
1. Эйдонимдар — авторҙы физик яҡтан тасуирлай. Күп осраҡта туған-тыумасаһы тарафынан бирелгән була. Саша Чёрный
2. Энтонимдар — милләткә ишаралай
Г. Н. Курилов — Улуро Адо (юкагир исеме)
3. Псевдоэнтонимдар — ялған энтоним һайлана
Державин — Мәскәүҙә күптән төпләнеп, эш урыны буйынса Санкт-Петербургта йәшәгән татар мырҙаһы
4. Геонимдар — тыуған ергә йә йәшәгән урынға ишаралай
С. Г. Петровский-Ситнианович — Симеон Полоцкий
И. В. Лотарев — Игорь Северянин
5. Френонимдар (phren — аҡыл, грек.) — холоҡ-фиғел һыҙаттарына йә ижадҡа күрһәтә
С. М. Архангельский — Сергей Грустный
Н. И. Белов — Никола Грусть
И. А. Белоусов — Горький (күреүебеҙсә, Пешков тәүге Горький булмаған)
А. К. Гастев — Одинокий
Г. Н. Жулева — Скорбный поэт
М. В. Журавлева — Борицкая (революционер ҡатын, «Звезда»ла һәм «Правда»ла баҫылған)
И. Кривенко — Иван Могила
Д. Минаев — Обличительный поэт; Современный сатирик
И. И. Панаев — Новый поэт
В. В. Смиренский — Андрей Скорбный
А. Н. Соловьев — Нелюдимый
6. Титлонимдар — шөғөлгә, званиеға йә йәмғиәттә тотҡан урынға ишаралай
В. Т. Кириллов — Поэт-солдат; Поэт-пролетарий
И. З. Сузиков — Крестьянин
7. Аллонимдар йәки гетеронимдар — имза итеп реаль кешенең (йыш ҡына мәрхүмдең) исем-шәрифе алына
А.Н. Плещеев — Н. А. Добролюбов (йәш сағындағы революцион шиғырҙарына шулай тип имза ҡуя)
М. Ш. Семевский — Д. В. Веневитинов (мәрхүм Веневитинов фамилияһы аҫтында Семевский фашлаусы «Рәсәй» шиғырын баҫтыра)
Вл. Сидоров — Вадим Баян (боронғо рус шағиры Боян исеменән)
8. Геронимдар — авторға рухи йәһәттән яҡын булған әҙәби йә мифик геройҙар исеме
В. Я. Абрамович — Владимир Ленский
Н. А. Рабинович — Адуев (Гончаровтың «Ҡәҙимге тарих» романының геройы)
Е. А. Придворов — Демьян Бедный (автор үҙе ижад иткән герой исеме)
9. Латинизмдар — латин һүҙҙәренән яһала
Б. Н. Бугаевтың (А. Белый) Alter Ego (икенсе мин), Cunctator (мыштыр), Spiritus (рух), Taciturno (өндәшмәҫ) тигән псевдонимдары ла булған
10.Хроматонимдар — төҫтәрҙән
К. М. Фофанов (Олимпов) — Акакий Оранжевый (юмористик шиғырҙарына ошо имзаны ҡуя)
Н. Шор — Анатолий Фиолетов
11. Фитонимдар — үҫемлектәр һәм ағастар атамаһынан
Лотарев (И.Северянин) — Мимоза
12. Зоонимдар — хайуан атамаларынан
Г. Д. Деев — Деев-Хомяковский (Хомяковский ҡасабаһында тыуған); Хомяк
13. Анаграммалар — үҙ исем-шәрифендәге хәрефтәрҙе алмаштырып ҡуйыуҙан ғибәрәт
В. Я. Брюсов — Аврелий (исеме Валерийҙың анаграммаһы)
А. Кантемир — Харитон Макетин
Анаграмманың бер төрө — кире яҡтан уҡылыусы анаграмма (палиноним):
И.Крылов — Нави Волырк
К. М. Мазурин — Нуризам
14. Ирҙәр исеме аҫтында — ҡатын-ҡыҙ, ҡатын ҡыҙ- исеме аҫтында — ир-ат
Э.Багрицкий — Нина Воскресенская В.Брюсов — Нелли
З.Гиппиус — А.Крайний
М. Л. Михайлов — Л.Шелгунова
Вл. Ходасевич — Елена Арбатская
15. Фактонимдар — биографик факттан сығарыла
А. С. Пушкин — Арз.; Ст.ар. (йәш сағында «Арзамасец» әҙәби түңәрәге ағзаһы була); Св…ч.к (лицейҙағы «Сверчок» ҡушаматынан); Крс («Сверчок»тан ҡыҫҡартып алынған палиноним )
16. Коллектив псевдонимдар
Елизавета һәм Мария Москвиналар — Г-жи***
Бер туған Жемчужниковтар һәм А.Толстой — Козьма Прутков
«Литературная газета»ның шағирҙар төркөмө — Евгений Сазонов
Ирле-ҡатынлы Тхоржевскийҙар — Иван-да-Марья
Башҡорттарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт яҙыусылары, шағирҙары, драматургтары араһында псевдоним йөрөтөүселәр байтаҡ, ғалимдар, дин әһелдәре араһында ла псевдоним алыусылар осрай. Күбеһенең псевдонимы фамилияның фамилия яһаусы ялғауын төшөрөп ҡалдырыу юлы менән хасил була.
Миҫалдар:
- Вәлидов Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы — Әхмәтзәки Вәлиди Туған (ғалим, дәүләт эшмәкәре; Туған тигән фамилияны Төркиәлә йәшәгәндә ала)
- Сөләймәнов Фәтҡелҡадир Мостафа улы — Әбделҡадир Инан (1930-сы йылдарҙа Төркиә парламенты ҡабул ителгән Фамилиялар тураһындағы законға ярашлы үҙенә Инан тип яңы фамилия ала), Әбделҡадир Йылҡыбай (Ташкентта «Аҡъюл» гәзитендә мәҡәләләрен ошо псевдоим менән сығара), Төркөстанлы, Төрөкмән, Әбделҡадир, Ә. Башҡорт, Олоҡатай уғлы, Иҙел уғлы (Төркиәлә ҡулланған псевдонимдары)*Ҡудашев Сәйфетдин Фәттәхетдин улы — Сәйфи Ҡудаш
- Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбдессәлих улы — Ғәли Соҡорой
- Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы, Абдулғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы — Мәжит Ғафури
- Ниғмәтуллин Рәшит Ниғмәтулла улы — Рәшит Ниғмәти
- Кәримов Мостафа Сафа улы — Мостай Кәрим
- Бикбаев Рауил Төхфәт улы — Рауил Бикбай
- Нәжметдинов Хәбибназар Нәжметдин улы — Назар Нәжми
- Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы — Әнғәм Атнабай
- Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы — Абдулхаҡ Игебай
- Назаров Хәсән Мөҙәрис улы — Хәсән Назар
- Сәлимов Марсель — Мар.Сәлим
- Агишев Сәғит Ишмөхәмәт улы — Сәғит Агиш
- Зөлҡәрнәев Имамғәли Мөхәммәтдин улы — Али Карнай
- Ғабдрахманов Ғабдрахман Закир улы — Булат Ишемғол
- Юлтыев Дауыт Исхаҡ улы — Дауыт Юлтый
- Әмиров Ғайнан Ғимәзетдин улы — Ғайнан Әмири
- Хәйриев Ғайнан Хәйретдин улы — Ғайнан Хәйри
- Нурмөхәмәтов Ғабдулла Сәйетбаттал улы — Ғабдулла бин Сәид әл-Болғари әл-Бөрйәни әл-Һаҡмари, Ғабдулла Сәиди (ишан, дин белгесе)
- Бикбаев Баязит Ғаяз улы — Баязит Бикбай
- Насиров Имаметдин Низаметдин улы — Имай Насыри
- Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев — Муса Ғәли
- Фәйзуллин Мирхәйҙәр Мостафа улы — Мирхәйҙәр Фәйзи
- Даянов Ҡадир Хәким улы — Ҡадир Даян
- Кирәев Әхнәф Нурый (Нурмөхәмәт) улы — Кирәй Мәргән
- Әбелмәних бине Ғәбделфәйез бине Ғәбдессәләм — Әбелмәних Ҡарғалы (суфый шағир)
- Дәүләтҡолов Рәмил Хөснөтдин улы — Рәмил Ҡол-Дәүләт һәм башҡалар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Подольская Н. В. Словарь русской ономастической терминологии / Отв. ред. А. В. Суперанская. — Изд. 2-е, перераб. и доп. — М.: Наука, 1988. — 192 с. — 28 000 экз. — ISBN 5-256-00317-8.
- ↑ Фатеев А. В. Образ врага в советской пропаганде. 1945—1954 гг. Борьба с космополитизмом. // Фатеев А. В. Образ врага в советской пропаганде. 1945—1954 гг. — М., 1999.
- ↑ Нора Галь. Письмо Владимиру Винтеру // Нора Галь: Воспоминания. Статьи. Стихи. Письма. Библиография. — М.: АРГО-РИСК, 1997.
- ↑ Бялик Б. А. Судьба Максима Горького. — 3-е изд., доп. — М.: Худож. лит., 1986. С. 13.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дмитриев В. Г. Скрывшие своё имя: (Из истории анонимов и псевдонимов) / Отв. ред. д-р филол. наук И. Г. Клабуновский; Академия наук СССР. — Изд. 2-е, доп. — М.: Наука, 1977. — 313 с. — (Литературоведение и языкознание). — 148 000 экз. (обл.) (1-е изд. — 1970).
- Дмитриев В. Г. Придуманные имена. — М.: Современник, 1986. — 258 с. — 30 000 экз. (обл.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Настоящие и полные имена известных людей 2006 йыл 14 октябрь архивланған.
- Великие псевдонимы
- Иван Карамазов. Энциклопедия псевдонимов русских поэтов 2014 йыл 28 июнь архивланған. (2000).
- Василий Ласточка. Когда маски сняты. «Музыкальная правда» № 22 (18 июня 1997). — Псевдонимы звезд шоу-бизнеса. Проверено 7 января 2011. 2020 йыл 25 ноябрь архивланған. 23 августа 2011 года.
- Что такое псевдоним?
- Псевдонимы и люди. Сайт о псевдонимах.