Шри-Ланка
| |||||
Гимн: «Sri Lanka Matha» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 4 февраль 1948 ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми телдәр | сингал һәм тамил телдәре | ||||
Баш ҡала | Шри-Джаяварденепура-Котте[1] | ||||
Идара итеү төрө | Ҡатнаш республика[2] | ||||
Президент
Премьер-министр |
Махинда Раджапаксе
Дисанаяка Джаяратне | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
119 65 610 км² 1,9 | ||||
Халыҡ • Һаны (2009) • Халыҡ тығыҙлығы |
21 338 000[3] чел. (53) 308 чел./км² | ||||
КПҮИ (2010) | ▲ 0,658 [4] (уртаса) (91 урын) | ||||
Валюта | Ланкия рупияһы | ||||
Интернет-домены | .lk .இலங்கை | ||||
Код ISO | LK | ||||
МОК коды | SRI | ||||
Телефон коды | +94 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +5:30 |
Шри-Ла́нка́[6] (синг. ශ්රී ලංකා, там. இலங்கை), рәсми исеме Демократи́ческая Социалисти́ческая Респу́блика Шри-Ла́нка́ Социалистик Демократик Республикаһы (синг. ශ්රී ලංකා ප්රජාතාන්ත්රික සමාජවාදී ජනරජය, там. இலங்கை சனநாயக சோசலிசக் குடியரசு) — көньяҡ Азияла Һиндостан ярымутрауынан көньяҡ-көнсығышта шул исемдәге утрауҙа урынлашҡан дәүләт. Португалия баҫып алған көндән азатлыҡ алғанға тиклем Европа телдәрендә ил Цейлон (порт. Ceilão һүҙенән) тип аталған.
Рәсми баш ҡалаһы Шри-Джаяварденепура-Котте (парламент һәм юғары суд урынлашҡан урын), Ғәмәлдәге баш ҡалаһы: Коломбо (хөкүмәт, президент резеденцияһы урынлашҡан ҡала).
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шри-Ланка утрауы Һиндостандың көньяғында урынлашҡан, Һинд океаны һәм Бенгал ҡултығы һыуҙары менән йыуыла. Һиндостандан Манар ҡултығы менән Полк боғаҙы айырып тора. Полк боғаҙындағы Әҙәм күпере тип аталған һай урын утрауҙы материк менән тоташтырып торған булған, йылъяҙмаларҙа 1481 йылда ер тетрәүҙән һуң һыу аҫтында ҡалыуы тураһында яҙма һаҡланған. Утрауҙың көньяҡ һәм көнбайыш мороно бар: Дондра һәм Датч-Бей.
Рельефы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утрауҙың ҙур өлөшөн яр буйы уйһыулыҡтары тәшкил итә. Тауҙар үҙәк өлөшөндә урынлашҡан; иң бейек тау — Пидуруталагала (2524 м) тауы, икенсе иң бейек түбә — Шри Пада.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Субэкваториаль муссонлы: төньяҡ-көнсығыш муссоны октябрҙән мартҡа тиклем, көньяҡ-көнбайыш муссоны июндән октябргә тиклем.
Эске һыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күпселек йылғалар йылы һыулы. Иң эре йылғалары: Махавели-Ганга, Келани, Калу, Аруви-Ару.
Флора һәм фауна
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шри-Ланка хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы күп төрлө. Утрауҙа 450 төр ҡош осратырға мөмкин. Шуларҙың 251 төрө утрауҙа даими йәшәй. 24 төрөн тик Шри-Ланкала ғына осратырға мөмкин. Күсмә ҡоштар Шри-Ланкаға Себерҙән, Европанан, Скандинавиянан килә.
Сарт-апрель айҙарында миграция осоронда күбәләктәрҙең 240 төрөн күҙәтергә була.
Утрауҙа 86 төр хайуан терклек итә, улар араһында ҡырығай ҡабан, шаҡал, ҡырағай буйвол, боландарҙың, крокодилдәрҙең, дикобраз, төлкө, маймыл, филдәрҙең бер нисә төрө бар. 19 быуат башында Шри-Ланкала 30 000 фил иҫәпләнгән. 2010 йылда ни бары 6 000 фил ҡалған.
Һыулыҡтарҙа 50 төр сөсө һыу балығы тереклек итә, шуларҙың 17-һен 19 быуатта инглиздәр килтереп ебәргән. 38 төр ер-һыу хайуанының 16-һы утрауҙа ғына йәшәй. Һөйрәлеүсәләр (75 төр) араһында һаҙлыҡ крокодилы, кикерекле крокодил. Йондоҙло ташбаҡа — ҡоро ерҙә йәшәүсе берҙән бер ташбаҡа. Ташбаҡаларҙың биш төрө закон тарафынан һаҡлана. 83 төр йыландың 5-һе ағыулы.
Үҫемлектәрҙең 3 000 төрө бар, шуларҙың 25 % сәскә атыусы; 750 төр дарыу үләндәре, 150 төр архидея һәм абағалар.
Утрауҙа халыҡ тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, 14 % территорияны биләп торған, 15 милли парк, 3 ҡурсаулыҡ ҙәм 51 резервация бар.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ һаны — 21,3 млн кеше (июль 2009).
Сингалдар 74,88 % тәшкил итә[7], тамилдар бөтә халыҡтың 11,2 %.
Халыҡтың 70,19 % (башлыса сингалдар) буддизм динен тота[8] (башлыса Тхеравада[9]), 12,61 % — индуизм (тамилдар), 9,71 % — ислам, 7,45 % — христиандар[10].
Христиандарҙың 82 % — католиктар, ҡалғандары — англикандар һәм протестанттар[11].
Телдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сингал һәм тамил телдәре Шри-Ланканың рәсми һәм милли телдәре булып иҫәпләнәләр. Шри-Ланка конституцияһына ярашлы инглиз теле милләт ара аралашыу теле статусында[12].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ (баш ҡала функцияларының бер өлөшөн Коломбо ҡалаһы башҡара)
- ↑ Демократическая Социалистическая Республика Шри-Ланка . Министерство иностранных дел Российской Федерации (11 апрель 2011). Дата обращения: 12 ғинуар 2012. Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Department of Economic and Social AffairsPopulation Division (2009). «World Population Prospects, Table A.1» (.PDF) (United Nations).
- ↑ Human Development Report 2010. Human development index trends: Table 2 . United Nations Development Programme. Дата обращения: 4 ноябрь 2010.
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
- ↑ Валгина Н. С. Активные процессы в области ударения . Активные процессы в современном русском языке. Институт открытого образования Московского государственного университета печати (3 апрель 2002). Дата обращения: 3 апрель 2011. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йыл 17 май архивланған.
- ↑ Sri Lanka Census of Population and Housing, 2011 – Population by Ethnicity . Department of Census and Statistics, Sri Lanka (20 апрель 2012). Архивировано 11 февраль 2013 года. 2012 йыл 13 ноябрь архивланған.
- ↑ Sri Lanka . International Religious Freedom Report 2007. Bureau of Democracy, Human Rights, and Labor (14 сентябрь 2007). Архивировано 11 февраль 2013 года.
- ↑ Theravada: Buddhism in Sri Lankan . Buddhanet.net. Архивировано 11 февраль 2013 года.
- ↑ Sri Lanka Census of Population and Housing, 2011 – Population by Religion . Department of Census and Statistics, Sri Lanka (20 апрель 2012). Архивировано 11 февраль 2013 года. 2013 йыл 24 ғинуар архивланған.
- ↑ Sri Lanka – Christianity . Mongabay. Архивировано 11 февраль 2013 года.
- ↑ Конституция Шри-Ланки, глава IV 2016 йыл 4 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |