Көньяҡ Азия
Көньяҡ Азия рус. Ю́жная А́зия — Азияның көньяҡ өлөшө, географик һәм тарихи-мәҙәни төбәкте тәшкил итә.
Физик-географик йәһәттән Көньяҡ Азия Һиндостан ярымутрауы, уның күпселек өлөшөндә яҫы тауҙар урынлашҡан Деканды, Һинд-Ганг уйһыулығын һәм Гималайҙы, шулай уҡ Шри-Ланка утрауын һәм бер нисә ваҡ утрауҙы үҙ эсенә ала. Көньяҡ Азияның физик-географик айырымланыуы тәү сиратта Һиндостандың боронғо Гондван материгының бер өлөшө булыуына нигеҙләнә, ә Азияның ҡалған өлөшө - боронғо Лавразиянан. Шул уҡ ваҡытта совет һәм рәсәй география фәндәре Көньяҡ Азия составына Малакка һәм Һинд-Ҡытай ярымутрауҙарын да, яҡындағы утрауҙар менән, индерергә рөхсәт итә [1][2].
Сәйәси-географик йәһәттән БМО классификациялары буйынса Көньяҡ Азия түбәндәге дәүләттәрҙе үҙ эсенә ала: Афғанстан, Бангладеш, Бутан, Һиндостан, Мальдив, Непал, Пакистан, Шри-Ланка. Көньяҡ Азияның сәйәси-географик айырымланыуы был илдәрҙең тарихы һәм мәҙәниәте уртаҡлығы менән бәйле (боронғо һиндостан империяларына һәм Британия Һиндостанына инеү, һинд-иран һәм дравид телдәре өҫтөнлөк итеү, һинд дине, буддизм һәм ислам бәйләнештәре өлкәһе, башҡа мәҙәни күренештәр).
Көньяҡ Азия 4,5 млн км²территорияны биләй (Бөтә Азияның 10 проценты һәм бөтә ҡоро ерҙең 3 проценты), әммә уның халҡы Азия халҡының 40 процентын һәм донъя халҡының 22 процентын тәшкил итә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡ Азияға индерелгән бөтә һигеҙ илдең дөйөм халҡы һаны 1 миллиард 983 миллион 914 мең 039 кеше тәшкил итә (2022). Уларҙың яртыһынан күберәге, дөрөҫөрәге, 1 миллиард 415 миллион 320 мең кеше Һиндостанда йәшәй, 232 миллион кеше - Пакистанда, 169 миллион кеше - Бангладешта, 42 миллиондан ашыу - Афғанстанда, 29 миллион - Непалда, 21 миллион - Шри-Ланкала, 801 меңгә яҡын - Бутанда һәм 564 меңгә яҡын кеше Мальдив Республикаһында йәшәй.
Илдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көньяҡ Азияла һыу баҫыу (2007)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Институт географии РАН. Азия . Дата обращения: 7 март 2009. Архивировано 23 июнь 2009 года.
- ↑ Энциклопедия «География» / ред. А. П. Горкин. — Росмэн, 2006. — 624 с. — (Современная иллюстрированная энциклопедия). — ISBN 5-353-02443-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һиндостан. Ру: Көньяҡ Азия илдәре порталы
- Burnell, P. J. & Calvert, P. (1 May 1999), «The Resilience of Democracy: Persistent Practice, Durable Idea» (1st ed.), Taylor & Francis, ISBN 978-0-7146-8026-2, <https://books.google.com/books?id=hv6TkML5_HAC&pg=PA271>. Проверено 2 ноябрь 2019.
- «The Hindus: An Alternative History», Oxford University Press, ISBN 9780199593347, <https://books.google.com/books?id=nNsXZkdHvXUC&printsec=frontcover&dq=history+of+hinduism#v=onepage>
- Gavin Flood, Gavin D., «An Introduction to Hinduism», Cambridge University Press
- «in Williams, Paul, ed., Buddhism: Critical Concepts in Religious Studies, 8 volumes», Routledge
- Joseph Kitagawa, Alf, «The Religious Traditions of Asia: Religion, History, and Culture», Routledge, ISBN 9781136875908
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.