Көньяҡ Азия рус. Ю́жная А́зияАзияның көньяҡ өлөшө, географик һәм тарихи-мәҙәни төбәкте тәшкил итә.

Көньяҡ Азия
Көньяҡ Азияның космостан төшөрөп, ҡоролған фотографияһы

Физик-географик йәһәттән Көньяҡ Азия Һиндостан ярымутрауы, уның күпселек өлөшөндә яҫы тауҙар урынлашҡан Деканды, Һинд-Ганг уйһыулығын һәм Гималайҙы, шулай уҡ Шри-Ланка утрауын һәм бер нисә ваҡ утрауҙы үҙ эсенә ала. Көньяҡ Азияның физик-географик айырымланыуы тәү сиратта Һиндостандың боронғо Гондван материгының бер өлөшө булыуына нигеҙләнә, ә Азияның ҡалған өлөшө - боронғо Лавразиянан. Шул уҡ ваҡытта совет һәм рәсәй география фәндәре Көньяҡ Азия составына Малакка һәм Һинд-Ҡытай ярымутрауҙарын да, яҡындағы утрауҙар менән, индерергә рөхсәт итә [1][2].

Сәйәси-географик йәһәттән БМО классификациялары буйынса Көньяҡ Азия түбәндәге дәүләттәрҙе үҙ эсенә ала: Афғанстан, Бангладеш, Бутан, Һиндостан, Мальдив, Непал, Пакистан, Шри-Ланка. Көньяҡ Азияның сәйәси-географик айырымланыуы был илдәрҙең тарихы һәм мәҙәниәте уртаҡлығы менән бәйле (боронғо һиндостан империяларына һәм Британия Һиндостанына инеү, һинд-иран һәм дравид телдәре өҫтөнлөк итеү, һинд дине, буддизм һәм ислам бәйләнештәре өлкәһе, башҡа мәҙәни күренештәр).

Көньяҡ Азия 4,5 млн км²территорияны биләй (Бөтә Азияның 10 проценты һәм бөтә ҡоро ерҙең 3 проценты), әммә уның халҡы Азия халҡының 40 процентын һәм донъя халҡының 22 процентын тәшкил итә.

Көньяҡ Азияға индерелгән бөтә һигеҙ илдең дөйөм халҡы һаны 1 миллиард 983 миллион 914 мең 039 кеше тәшкил итә (2022). Уларҙың яртыһынан күберәге, дөрөҫөрәге, 1 миллиард 415 миллион 320 мең кеше Һиндостанда йәшәй, 232 миллион кеше - Пакистанда, 169 миллион кеше - Бангладешта, 42 миллиондан ашыу - Афғанстанда, 29 миллион - Непалда, 21 миллион - Шри-Ланкала, 801 меңгә яҡын - Бутанда һәм 564 меңгә яҡын кеше Мальдив Республикаһында йәшәй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Көньяҡ Азияла һыу баҫыу (2007)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Институт географии РАН. Азия. Дата обращения: 7 март 2009. Архивировано 23 июнь 2009 года.
  2. Энциклопедия «География» / ред. А. П. Горкин. — Росмэн, 2006. — 624 с. — (Современная иллюстрированная энциклопедия). — ISBN 5-353-02443-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.